+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Август 2020, 21:30

Баш ҡала төҙөлөштәрен ҡараны

Кисә, 7 августа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡала Өфөлә барған төҙөлөш объеттарын ҡараны.

Кисә, 7 августа, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров баш ҡала Өфөлә барған төҙөлөш объеттарын ҡараны.
Орджоникидзе районында ул “Нефтсе” бассейнында булды. 1967 йылда һалынған бинаны төҙөкләндереү быйыл майҙа тамамланған. Залдарға яңы ҡорамалдар ҡуйылған, һикереү өсөн бейеклектәр яңыртылған. Республика бюджетынан был эштәр өсөн 140 миллион һум аҡса бүленгән.
Ябыҡ футбол манежы төҙөлөшө барышы менән дә танышты республика башлығы. Ул “Спорт – тормош рәүеше” федераль программаһа сиктәрендә төҙөлә. Быйыл объектка 164,4 миллион һум субсидия бүленгән. Уның дөйөм хаҡы – 581,7 миллион һум. Әле төҙөүселәр нигеҙен һала. Эштәрҙе тамамлау ваҡыты – 2022 йыл.
“Хеҙмәт ҡаһарманлығы ҡалаһы” стелаһын ҡуйыу өсөн ҡулайлы һаналған урындарҙың береһен ҡараны Радий Фәрит улы. Ул - Еңеү паркы ҡаршыһындағы аллеяға ингән ерҙәге урын.
Башҡортостан Башлығы Еңеү паркында десантниктарға ҡуйыласаҡ 11 метрлыҡ һәйкәл янында ла булды.
Сипайлово биҫтәһендә “Башҡортостан ихаталары” программаһы сиктәрендә Набережная урамындағы өс һәм Ю. Гагарин урамындағы ике йортта ихаталарҙы төҙөкләндереү менән танышып, Радий Фәрит улы эш сифатына юғары баһа бирҙе.
Артабан Радий Хәбиров һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн республика реабилитация үҙәге проектын тормошҡа ашырыу менән танышты. Уны Киров районында “Салют” шифахана-һауыҡтырыу лагеры базаһында төҙөкләндерәләр.
Киров районында Радий Фәрит улы гимнастика буйынса Балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбенең физкультура-һауыҡтырыу комплексын төҙөү майҙансығында һәм башҡа объекттарҙа булды.
Читайте нас: