-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 11:25

Һәйкәлдең ауырлығы – 18 тонна

АиФ-Уфа порталында Санкт-Петербург скульпторы Александр Спиридонов етәкселегендәге ижади коллектив эшләгән данлыҡлы генерал Шайморатовҡа ҡуйыласаҡ памятниктың эскизы сыҡты.

АиФ-Уфа порталында Санкт-Петербург скульпторы Александр Спиридонов етәкселегендәге ижади коллектив эшләгән данлыҡлы генерал Шайморатовҡа ҡуйыласаҡ памятниктың эскизы сыҡты.
Билдәле булыуынса, ул Совет майҙанында урын аласаҡ. Һәйкәл генералдың ғына түгел, ә тотош 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре батырлығын да сағылдырасаҡ. Постаментта башҡорт атлыларының дошманға һөжүме, дивизия составында һуғышҡан Советтар Союзы Геройҙары исемлеге сағыласаҡ.
Монументтың элементтары Санкт-Петербургтағы «Монументскульптура» заводында суйындан ҡойоласаҡ. Һәйкәлдең ауырлығы – 18 тонна.
Совет майҙанында реконструкция эштәре июль айында башланды. Эштәр быйыл декабрҙә тамамланыр, тип көтөлә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: