+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 15:55

Өй туйланылар

Көйөргәҙе районында етем йәштәргә тантаналы шарттарҙа фатир асҡыстары тапшырҙылар. Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов әйтеүенсә, йәштәр Ермолаево һәм Айсыуаҡ ауылдарында торлаҡлы булды.

Көйөргәҙе районында етем йәштәргә тантаналы шарттарҙа фатир асҡыстары тапшырҙылар. Район хакимиәте башлығы Юлай Ильясов әйтеүенсә, йәштәр Ермолаево һәм Айсыуаҡ ауылдарында торлаҡлы булды.
Асҡыс алыусылар араһында Зәк-Ишмәт ауылында йәшәгән ғаиләлә тәрбиәләнеүсе Яна Щербакова ла бар.
-Нийаһәт фатирлы булдым, мин был ваҡиғаны бик оҙаҡ көттөм,- ти ҡыҙ ҡыуанысы менән уртаҡлашып. Яна педагогия колледжын тамамларға өлгөргән. Ошоға тиклем уҡыу йортоноң ятағында йәшәгән.
21 йәшлек Анастасия Арсентьева ла маҡсатлы ҡыҙыҡай. Ул урта профессиональ уҡыу йортонон ҡыҙыл дипломға тамамлаған. Буласаҡ юрист.
Көйөргәҙе районы хакимиәтенең бүлек белгесе Эльвира Потапова билдәләүенсә, 5 йыл дауамында опека һәм попечителлек бүлеге торлаҡ менән файҙаланыусыларҙы контролдә тотасаҡ. Әгәр ҙә фатир хужалары коммуналь түләүҙәр буйынса бурыстар йыя, хоҡуҡ боҙа икән, был контроль тағы ла көсәйтелә һәм ул тағы ла 5 йылға һуҙыла. Әгәр ҙә йәштәр матур йәшәһә, фатирҙы шәхси милеккә бирергә мөмкин буласаҡ.
Фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: