+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 11:50

Көсләгән һәм үлтергән

Өфө суды 42 йәшлек иргә “көсләгән һәм үлтергә” статьяһы буйынса хөкүм сығарҙы.

Өфө суды 42 йәшлек иргә “көсләгән һәм үлтергә” статьяһы буйынса хөкүм сығарҙы.
Шуныһы иғтибарға лайыҡ: етәйәт ун биш йылдан һуң асылған.
Республика Тәфтиш комитетының матбуға хеҙмәте белдереүенсә, 2005 йылдың ноябрендә Орджоникидзе биҫтәһендәге ташландыҡ ерҙә ҡатын-ҡыҙ мәйете табылыу тураһында хәбәр килә. Тикшереүҙәр һөҙөмтә бирмәй, енәйәтсе асыҡланмай.
2020 йылда тәфтишселәр тағы бер тапҡыр барлыҡ материалдарҙы ла күтәрә һәм ентекле өйрәнә. Яңы алымдар менән ҡатмарлы экспертизалар үткәрелә. Һөҙөмтәлә енәйәтсенең шәхесе билдәле була.
Ул 2005 йылда автомобиль баҙарында һатыу менән шөғөлләнгән кеше булып сыға. Енәйәтсе, ҡорбанын эшкә тиклем алып барам, тип машинаһына ултырта. Ләкин кеше йөрөмәгән ергә борола һәм көсләй, башына ҡаты әйбер менән һуғып үлтерә.
Ир сығарылған 17 йыл хөкүмде ҡаты режимлы колонияла үткәрәсәк.
Читайте нас: