Бөгөн Өфөлә ике пассажир поезы, бәрелешеп, рельстан сыҡҡан. Ярай ҙа вагондарҙа пассажирҙар булмаған.
Был составтарҙы төрлө урындарға алып китеп барғандар.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, барыһына ла кеҫә телефоны ғәйепле. Юлға сыҡһа ла үҙенең телефонында, социаль селтәрҙәрҙә соҡоноп ултырған машинист ҡыҙыл сигналды һәм ҡаршы килгән икенсе составты күрмәгән.
Һөҙөмтәлә ике поезд бәрелешеп рельстан сыға. Ҡазаланыусылар юҡ.
Социаль селтәрҙәрҙә был мәғлүмәтте тикшереүселәр, ғөмүмән дә водителдәргә һәм машинистарға юлға сыҡҡанда кеҫә телефоны менән ҡулланыуҙы тыйырға кәрәк, тип тәҡдим итте.
Бындай осраҡтар йыш ҡабатлана. Телефон арҡаһында поезд йә иһә трамвай, машина аҫтына эләккән кешеләрҙең үлеме лә ошо төркөм ҡағиҙә боҙоуҙарға инә. Шулай булһа ла, телефонға әүрәп, хәүефһеҙлекте онотҡан кешеләр һәр тарафта ла осрай.
Әле ваҡиға урынында тәфтиш төркөмө эшләй.
Фото Башинформдан алынды.