-5 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 09:53

Өфөлә хоспис төҙөлә башланы

Баш ҡалабыҙ Өфөлә хоспис – дауалап булмай торған сирҙәр менән яфаланған балалар һәм ололарға ярҙам күрһәтеүсе стационар төҙөлә башланы.

Баш ҡалабыҙ Өфөлә хоспис – дауалап булмай торған сирҙәр менән яфаланған балалар һәм ололарға ярҙам күрһәтеүсе стационар төҙөлә башланы. Ул 2021 йылдың көҙөндә сафҡа индерелер, тип күҙаллана. Проект 60 урынға һәм алты күсмә медицина бригадаһына иҫәпләнгән.
Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса, уны, Рәсәйҙең күп башҡа төбәктәрендә кеүек үк, иғәнәләр иҫәбенә һаласаҡтар. Әлеге мәлдә майҙансыҡта нигеҙ һалыуға әҙерлек бара, төҙөлөш сезоны тамамланғансы стеналарҙы күтәрергә ниәтләйҙәр. Бинаны төҙөү һәм йыһазландырыу яҡынса 800 миллион һумға төшәсәк.
Бөгөн республикала 20 меңдән ашыу ололар, 600 бала паллиатив сирле. Улар тулыһынса реабилитация үтә алмай, йәғни медицина был ауырыуҙарға ярҙам итерҙәй көскә эйә түгел.
Ғинуар айында Хөкүмәт тарафынан "Өфө хосписы" автоном коммерция булмаған медицина ойошмаһы булдырылды. Уның бурысы – стационарҙа сирлеләргә ярҙам итерҙәй медицина, административ һәм ирекмәндәр штабы булдырыу.
Һәр кем, мәрхәмәтлек күрһәтеп, түбәндәге реквизиттар буйынса төҙөлөшкә үҙ өлөшөн индерә ала:
АНМО «УФИМСКИЙ ХОСПИС»
Расчётный счёт: 40703810906000002955
ИНН: 0274950766
КПП: 027401001
ОГРН: 1190280068494
Банк: БАШКИРСКОЕ ОТДЕЛЕНИЕ N8598 ПАО СБЕРБАНК
БИК: 048073601
Кор. счет: 30101810300000000601
Аҡса күсергән саҡта, суммаға һалым һалынмаһын өсөн, “Хәйриә иғәнәһе” тип яҙырға кәрәк
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: