Битлек кейһәң, вирус эләккән хәлдә лә, уның байтаҡ өлөшө организмға инмәй ҡала. Был иһә, коронавирус йоҡторған осраҡта, сирҙе еңелерәк кисерергә булышлыҡ итәсәк. “Рәсәй24 –Башҡортостан” телеканалына биргән интервьюһында COVID-19-ҙы прогнозлау буйынса БГМУ-нан проект офисы етәксеһе, профессор, медицина фәндәре доктоы Нәүфәл Заһиҙуллин шулай тип белдерә.
Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны ете меңгә етә яҙҙы – 6 990. Шуларҙың 35-е һуңғы тәүлектә өҫтәлгән.
Дауаханаларҙан кисәле-бөгөнлө 22 кеше сыҡҡан. COVID-19-ҙан һауығыусылар йәмғеһе – 5 328.
Республика стационарҙарында әле 264 сырхау коронавирусҡа ҡаршы алыша. 33-ө ауыр хәлдә. Сирҙе еңел кисереүсе 1 374 ауырыу өйҙәрендә дауалана.
Эпидемия башынан алып зәһәр вирус 24 яҡташыбыҙҙың ғүмерен алып китте. Аҙаҡҡы тәүлектә үлем осраҡтары теркәлмәгән.
Һуңғы тәүлектә пневмония менән сирләүсе 97 сырхау асыҡланған, 106 кеше, унан сәләмәтләнеп, дауахананан сыҡҡан.