+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 11:05

Атом бомбаһын ҡулланыу шарты

Рәсәй Ҡораллы көстәре Генераль штабы “Рәсәй Федерацияһының ядро тотороҡлоғо өлкәһендә дәүләт сәйәсәте тураһында” тип аталған документ әҙерләгән.

Рәсәй Ҡораллы көстәре Генераль штабы “Рәсәй Федерацияһының ядро тотороҡлоғо өлкәһендә дәүләт сәйәсәте тураһында” тип аталған документ әҙерләгән.
"Красная звезда" гәзитендә сыҡҡан мәҡәләлә, әгәр Рәсәй үҙ биләмәһенә ракета атакаһы башланыуы хаҡында мәғлүмәт алһа, шунда уҡ барлыҡ ядро ҡоралын әҙерлек һыҙығына сығара һәм яуап уты аса, тиелә. Дошман ракетаһында ядро ҡоралының булыу-булмауы мөһим түгел. Эксперттар фекеренсә, ошо рәүешле Рәсәй аша атларға ярамаған “ҡыҙыл һыҙыҡ” үткәрә, башҡаларҙы ҡаты киҫәтә.
Президент Владимир Путин быйыл 2 июндә ҡул ҡуйған “Ядро тотороҡлоғо өлкәһендә дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәре” концепцияһында, Рәсәй Федерацияһы ядро ҡоралын фәҡәт тотороҡландырыу сараһы булараҡ ҡабул итә һәм уны ҡулланыу мәжбүри акт, тип һанай, тиелә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: