-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 17:28

Ҡырғыҙ туғандарға ярҙамға

22 июлдә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов етәкселегендә республикабыҙҙан 42 медицина хеҙмәткәре Ҡырғыҙстанға коронавирусҡа ҡаршы көрәштә ярҙам итеү өсөн киткәйне.

22 июлдә Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры урынбаҫары Евгений Кустов етәкселегендә республикабыҙҙан 42 медицина хеҙмәткәре Ҡырғыҙстанға коронавирусҡа ҡаршы көрәштә ярҙам итеү өсөн киткәйне.
Табип-эпидемиологтар, инфекционистар, коронавирус менән сирләүселәрҙе дауалау тәжрибәһе булған БДМУ студенттары һәм ординаторҙары, 7-8 кешенән торған төркөмдәргә бүленеп, Ҡырғыҙстандың төрлө райондарына юл тотто.
Һуңғы аҙнала төркөмдәрҙең һәр береһе ковид раҫланған ауырыуҙар менән эшләүсе госпиталдәр һәм медицина ойошмалары урынлашҡан 2-5-әр районда булған.
Табиптарыбыҙ дауаханаларҙа санэпидрежимды ойоштороуҙа, “ҡыҙыл” һәм "йәшел" зоналар булдырыуҙа ярҙамлаша. Улар реаниматологтар менән берлектә ауыр хәлдәге ауырыуҙарҙы ҡараған, яһалма һулыш аппараттарын көйләргә булышлыҡ иткән, ауыр хәлдәгеләрҙе реанимация автомобилдәрендә килтереү буйынса кәңәштәр биргән. Шулай уҡ беҙҙең белгестәр үпкәлә һауа алмашыныуы яҡшырһын өсөн ауырыуҙарҙы эстәрендә ятҡан килеш дауалау хаҡында пособиелар эшләгән, һулыш гимнастикаһы буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәргән.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: