Республикала коронавирус ҡорбандары тағы берәүгә артты: сир Өфөлә йәшәүсе 59 йәшлек ҡатындың ғүмерен өҙгән. Уның шәкәр диабеты, гипертония менән яфаланыуы ла хәлен ҡатмарлаштырған. Шулай итеп, шәфҡәтһеҙ ауырыуҙан вафат булыусылар 24-кә етте.
6 авгусҡа ҡарата Башҡортостанда COVID-19 вирусын йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны ете меңгә яҡынлаша – 6955. Тәүлек эсендә 35 яңы ауырыу асыҡланған.
Стационарҙарҙа ятыусылар – 207. Уларҙың 37-һе ауыр хәлдә (11-е - яһалма һулыш аппаратында).
Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 1 418. Тәүлек эсендә дауахананан 23 кеше сыҡҡан. Эпидемия башланғандан бирле COVID-ҙы еңеүселәр – 5 306.
Табиптар дауахананан тыш пневмония менән сирләүселәрҙең артыуын билдәләй. Аҙаҡҡы тәүлектә был диагноз 106 сырхауға ҡуйылған. Кисәле-бөгөнлө унан һауығыусылар – 159.