+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 13:06

Сүп-сарҙы эшкәртеү буйынса яңы линия

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән идара итеүсе төбәк операторы 14 муниципаль районда сүп-сарҙы айырыу буйынса мобиль линияларҙы сафҡа индерә.

Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән идара итеүсе төбәк операторы 14 муниципаль районда сүп-сарҙы айырыу буйынса мобиль линияларҙы сафҡа индерә.
Ҡоролма Ҡырмыҫҡалы районындағы ҡаты ҡалдыҡтар полигонында тәүге эксперименталь һынау үтте. Уны үҙләштереү сүп-сарҙы оператив рәүештә айырыу, күберәк биләмәләрҙе алыу мөмкинлеге бирә. Был хаҡта “Махсусавтохужалыҡ” муниципаль унитар предприятиеһы етәксеһе Ринат Биккинин белдерҙе.
Был яңылыҡты төбәк операторы булған бөтә райондарға ла индереү планы күҙаллана. Был иһә райондарҙа яңы эш урынын булдырыуҙы ла маҡсат итеп тота.
Мобиль линияның ҡеүәте йылына 50 мең тонна сүп-сар эшкәртеүгә иҫәпләнгән. Комплекс төрлө кимәлдәге ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәләтенә эйә.
Был линияны сафҡа индереү “Экология” милли проектына ярашлы “Таҙа ил” төбәк проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: