-10 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 11:20

Президент өс генералды отставкаға сығарҙы

Президент Владимир Путин үҙенең указы менән Тәфтиш комитетының өс генералын һәм бер полковнигын отставкаға сығарҙы, тип яҙа киң мәғлүмәт саралары.

Президент Владимир Путин үҙенең указы менән Тәфтиш комитетының өс генералын һәм бер полковнигын отставкаға сығарҙы, тип яҙа киң мәғлүмәт саралары.
Үҙ вазифаларынан Мәскәү Төбәк-ара транспорттағы тәфтиш идаралығы етәксеһе, юстиция генерал-майоры Сергей Вазюлин, Иркутск өлкәһе буйынса Тәфтиш идаралығы етәксеһе, юстиция генерал-майоры Андрей Бунев, Красноярск крайы буйынса Тәфтиш комитеты етәксеһе, юстиция генерал-лейтенанты Вадим Бугаенко, Тәфтиш комитеты эшмәкәрлеген тәьмин итеү буйынса баш идаралыҡ етәксеһе полковник Риф Ғәйфетдинов китте. Улар үҙ теләктәре менән рапорт яҙған.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас в