+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 13:35

Мамонт һөйәктәре тапҡандар

Билдәле булыуынса, Дуҫлыҡ монументы эргәһендә ер аҫты үткәүеле төҙөлә. Эштәр күп осраҡта ер ҡаҙыуға бәйле.

Билдәле булыуынса, Дуҫлыҡ монументы эргәһендә ер аҫты үткәүеле төҙөлә. Эштәр күп осраҡта ер ҡаҙыуға бәйле.
Ер пластарын асҡанда бик күп табыштарға юлыға төҙөүселөр – эштән сыҡҡан элекке коммуникациялар, ни сәбәптәндер тәрән ҡатламдарға эләккән ағас һәм башҡалар. Ҡыҙыҡлы, фән өсөн ҡиммәтле табыштар ҙа осрай. Ошо көндәрҙә төҙөүселәр мамонт һөйәктәрен ҡаҙып алған. Был боронғо хайуандар бынан 15 мең йыл элек йәшәгән. Былтыр ошо урында археологик эҙләнеүҙәр барышында мамонт бивны табыла. М.Аҡмулла исемендәге педагогия университетының ғилми хеҙмәткәре Николай Щербаков билдәләүенсә, мамонттар элек беҙҙең төбәктә лә йәшәгән, Башҡортостанда һөйәктәре йыш ҡына табыла икән шуға.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: