+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 17:11

Өлкәндәрҙе хәстәрләп

БР Һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин белдереүенсә, йыл башында республикала 60 йәштән уҙған 849 442 кеше иҫәпләнгән, йәғни улар халыҡтың дөйөм һанының 21 процентын тәшкил иткән. Һуңғы йылда оло йәштәге граждандарҙың һаны 27 меңгә артҡан.#нацпроекты #миллипроект #нацпроектдемография #национальныепроектыБашкортостан #миллипроектБашҡортостан

БР Һаулыҡ һаҡлау министрының беренсе урынбаҫары Азат Рәхмәтуллин белдереүенсә, йыл башында республикала 60 йәштән уҙған 849 442 кеше иҫәпләнгән, йәғни улар халыҡтың дөйөм һанының 21 процентын тәшкил иткән. Һуңғы йылда оло йәштәге граждандарҙың һаны 27 меңгә артҡан.
#нацпроекты #миллипроект #нацпроектдемография #национальныепроектыБашкортостан #миллипроектБашҡортостан
Республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы “Демография” милли проектының ике төбәк проектын тормошҡа ашырыусы булып тора. Проект сиктәрендә республика “Һаулыҡ хаҡында хәстәрлек” интернет порталы булдырылған, Республика медицина профилактикаһы үҙәге эргәһендәге Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге иреклелеккә булышлыҡ итеү үҙәгенең эше дауам итә, сәләмәт йәшәү рәүешен булдырыу буйынса профилактик саралар үткәрелә.
БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, йылдың тәүге яртыһында медицина ойошмаларында план буйынса ҡаралған бөтә Аккордлы көндәрҙе үткәреү ойошторолған, “Айыҡ ауыл – 2019” конкурсы еңеүселәре билдәләнгән һәм бүләкләнгән, төрлө йүнәлештәге профилактик саралар үткәрелгән.
Бөгөнгә БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән республиканың муниципаль берәмектәре араһында йәмәғәт һаулығын нығытыу буйынса муниципаль программаларҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында 60 типлаштырылған килешеү төҙөлгән. Йыл аҙағына тиклем бөтә муниципаль берәмектәр менән дә килешеү төҙөү ниәтләнә.
“Гериатрия” (оло йәштәгеләрҙең ауырыуҙарын иҫкәртеү һәм дауалау) йүнәлеше буйынса махсус медицина ярҙамы республиканың 39 гериатрия кабинетында һәм стационарҙарҙың гериатрия бүлектәрендә күрһәтелә. Республика һуғыш ветерандары клиник госпитале нигеҙендә Республика гериатрия үҙәге эшләй. Башҡортостанда табип-гериатр сертификаты 122 белгестә бар, уларҙың 39-ы һөнәре буйынса хеҙмәт итә.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: