Хәл Мәләүез ҡалаһында була. Тәбиғәттә эскелек ҡорған ир менән ҡатын араһында бәхәс ҡуба. Асыулы һөйәре, эргәһендә ятҡан бысаҡты алып, ҡатындың күкрәгенә ҡаҙай. Алған йәрәхәттәрҙән ул шул урында йән бирә. Ир “тиҙ ярҙам”ға шылтырата. Енәйәт урынына килеп еткән полиция хеҙмәткәрҙәре уны кейемендәгең һәм бысаҡтағы ҡан эҙҙәрен йыйып маташҡан мәлдә ҡулға ала.