Мостай Кәрим әҫәрҙәре буйынса төшөрөлгән һәм халыҡ һөйөүе яулаған “Һеңлекәш” фильмында төп ролде уйнаған Арыҫлан Ҡрымсурин тағы бер кинопроекта ҡатнаша.
Режиссер Динара Әбдрәшитова уны “Айназ” картинаһында төшөргә саҡырған. Ул “Йәшенмәк” проектына ингән ҡыҫҡа метражлы фильмдар циклына ҡарай. Унда мәңгелек темалар – балалыҡ, атайҙар һәм улдар, тәрбиә һәм балиғ булыу, кешенең донъяға мөнәсәбәте – күтәрелә.
Арыҫлан Ҡрымсурин Өфөнөң 161-се лицейында уҡый, быйыл өсөнсө синыфҡа бара. Йәш артисҡа уңышлыҡтар теләйек.