+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 16:58

Автопарк яңыртылды

“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының автопаркы 30 процентҡа тулыланды. Башҡортостан хөкүмәте автобустарҙы яңыртыу буйынса ҙур ярҙам күрһәтте.

“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының автопаркы 30 процентҡа тулыланды. Башҡортостан хөкүмәте автобустарҙы яңыртыу буйынса ҙур ярҙам күрһәтте.
2019 йылдың июль айынан алып ошо көнгәсә предприятиеға 623 автобус алынған. Уларҙың яртыһы Өфө ҡалаһын хеҙмәтләндерәсәк. Быйылғы йылдың өсөнсө кварталында “Вектор-НЕКСТ” маркалы яңы 100 автобус һатып алынасаҡ.
Автобустарҙы яңыртыу, юлаусыларға уңайлы шарттар тыуҙырыу пассажирҙарҙың артыуында ла сағылған. Элек Өфөнөң көньяҡ автовокзалы хеҙмәте менән мең ярым пассажир файҙаланһа, хәҙер был һан ике тапҡырға артҡан. Шулай уҡ төбәктәрҙә социаль әһәмиәтле 16 яңы маршрут асылған.
“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһының автопаркын яңыртыу 2024 йылдарға тиклем дауам итәсәк.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: