+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 13:45

Ҡот осҡос хәл

Октябрьски ҡалаһында бикле фатирҙа әсәһе менән 12 йәшлек улының үле кәүҙәһе табылған.

Октябрьски ҡалаһында бикле фатирҙа әсәһе менән 12 йәшлек улының үле кәүҙәһе табылған.
Вахтала булған ир, ғаиләһе бәйләнешкә сыҡмағас, хафаланып, әсәһенә хәлде белешеүҙе һорап шылтырата. Ҡатынға ишек асмайҙар. Ул полицияға мөрәжәғәт итә. Эстән бикле фатирҙа әсәнең һәм улының йәнһеҙ кәүҙәләре табыла. Малайҙың тәнендә күп йәрәхәттәр булыуы асыҡлана. Тәфтиш органдары хеҙмәткәрҙәре фараз итеүенсә, ҡатын тәүҙә улын үлтергән, шунан үҙенә ҡул һалған.
Фажиғәнең сәбәптәре билдәһеҙ. Ғаилә татыу йәшәгән, улдары мәктәптә яҡшы өлгәшкән, тәртипле, тыныс холоҡло, тәрбиәле булған.
Читайте нас: