+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 14:17

Ниндәй төҙөлөштәр көтөлә?

Башҡортостан Хөкүмәтендә кәңәшмәлә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу барышын ҡаранылар.#нацпроекты #миллипроект #жильёигородскаясреда #национальныепроектыБашкортостан

Башҡортостан Хөкүмәтендә кәңәшмәлә “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу барышын ҡаранылар.
#нацпроекты #миллипроект #жильёигородскаясреда #национальныепроектыБашкортостан
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үткәргән оператив кәңәшмәлә 2020 йылда республикала “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә ниндәй объекттар төҙөләсәге хаҡында һөйләштеләр. Быйыл, мәҫәлән, Өфө районы Булгаков ауылында 825 балаға иҫәпләнгән мәктәп һалынасаҡ, Инорс биҫтәһендә Шолохов урамынан алып Сельская Богородская урамына тиклем участкала Мушников урамы оҙонайтыласаҡ, ә Нефтекамала Комсомол проспекты Карцев урамынан алып “телевышка”ға тиклем дауам ителәсәк.
БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Марат Әхмәҙуллин белдереүенсә, 2024 йылға тиклем “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектының дөйөм бюджеты 1,458 миллиард һум тәшкил итәсәк. Был аҡсаның байтаҡ өлөшө автомобиль юлдары, социаль объекттар төҙөүгә, авария хәлендәге йорттарҙан халыҡты күсереүгә йүнәлтеләсәк.
Фото Башҡортостан Республикаһы Башлығының рәсми сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: