+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 11:10

Компенсация алам тиһәң, бурысҡа сыҡма

Быйыл 1 июлдән федераль ҡануниәт талаптарына ярашлы, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр сығымдары өсөн ташламаға эйә булған граждандар айлыҡ аҡсалата компенсацияны (ЕДК) ғәмәлдәге сығым күләменә ҡарап ала башлай.

Быйыл 1 июлдән федераль ҡануниәт талаптарына ярашлы, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр сығымдары өсөн ташламаға эйә булған граждандар айлыҡ аҡсалата компенсацияны (ЕДК) ғәмәлдәге сығым күләменә ҡарап ала башлай.
Был социаль түләү Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, инвалидтар һәм инвалид балалары булған ғаиләләр, радиация алған граждандар, хеҙмәт ветерандары, тыл хеҙмәткәрҙәре, күп балалы ғаиләләр өсөн ҡаралған. Быға тиклем был категория граждандарға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан һәр муниципаль берәмек өсөн аныҡ билдәләнгән сумма түләнеп килде.
Сентябрь айында июлгә компенсация алыр өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәрен 10 авгусҡа тиклем түләп ҡуйырға кәрәк. Бурыс булған осраҡта компенсация түләнмәй. Сөнки был социаль түләү торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн тотонолған сығымды ҡаплау өсөн бирелә.
ЕДК иҫәпләү хеҙмәттәрҙе күрһәтеүселәрҙән алынған түләү ҡағыҙы нигеҙендә иҫәпләнәсәк. Уның күләмен билдәләү өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн яҙылған сумма һәм льготниктың уны айҙың 10-на тиклем түләүе ҡараласаҡ (тимәк, июль өсөн түләүҙе 10 авгусҡа тиклем түләргә кәрәк).
Яңы талаптар буйынса ЕДК августа иҫәпләнәсәк һәм сентябрь айында түләнәсәк.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: