5 авгусҡа ҡарата республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 6 920 тәшкил итә. Тәүлек эсендә тағы ла 34 ауырыу өҫтәлгән.
Дауаханаларҙа әлеге мәлдә 193 сырхау COYID-19-ға ҡаршы көрәшә. Шуларҙың 36-һының хәле ауыр, 11-е яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала. Сирҙе еңел үткәреүсе 1 421 ауырыу өйөндә дауалана.
Кисәле-бөгөнлө 5 кеше һауығып, дауахананан сыҡҡан. Сәләмәтләнеүселәрҙең дөйөм һаны – 5 283.
Эпидемия башланғандан бирле мәкерле вирустан республикала 23 ауырыу вафат булды. Һуңғы тәүлектә донъя ҡуйыусылар юҡ.
“Дауахананан тыш пневмония” диагнозы ҡуйылған ауырыуҙар кәмемәүе табиптарҙа етди борсолоу тыуҙыра. Аҙаҡҡы тәүлектә был сир 96 кешелә асыҡланған, унан һауығып, дауахананан сығыусылар – 152.