0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 19:51

Көньяҡтан ҡайтыусылар коронавирусҡа тикшерелә

5 августа “Өфө” аэропорты AZUR Air авиакомпанияһының ZF-332 рейсын ҡаршы алды. Был рейс менән Анапанан Башҡортостанға 188 пассажир ҡайтты. Самолетта уҡ уларҙың температураһын үлсәнеләр, терминалда иһә COVID-19-ға анализ алдылар.

5 августа “Өфө” аэропорты AZUR Air авиакомпанияһының ZF-332 рейсын ҡаршы алды. Был рейс менән Анапанан Башҡортостанға 188 пассажир ҡайтты. Самолетта уҡ уларҙың температураһын үлсәнеләр, терминалда иһә COVID-19-ға анализ алдылар. Бында өс медицина бригадаһы эшләй.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: 28 июлдән Башҡортостанда коронавирустың таралыуын иҫкәртеү буйынса оператив штаб ҡарары буйынса, Өфөгә Рәсәйҙең көньяҡ курорттарынан, айырыуса Краснодар крайынан ҡайтыусылар COVID-19-ға тест үтәсәк. Тикшереү өсөн рейстар һайлап билдәләнә. Әгәр анализдар һөҙөмтәләре буйынса коронавирус йоҡтороу осраҡтары асыҡланһа, тикшереүҙәр көсәйтеләсәк.
Йәйге осорҙа “Өфө” аэропортынан илдең көньяҡ төбәктәренә аҙнаһына 38 рейс оса. Август аҙағына тиклем Ҡара диңгеҙ буйындағы курорттарға республикананан 65 меңдән ашыу кеше осор, тип күҙаллана.
Коронавирус инфекцияһын алып ҡайтыуға, уның таралыуына кәртә ҡуйыу өсөн аэропортта комплекслы саралар күрелә. Терминалдарҙа стационар диспенсерҙар, һауаны бактерияларҙан таҙартыусы ҡоролмалар ҡуйылған, социаль арауыҡты һаҡларға ярҙам иткән билдәләр һыҙылған. Биш тепловизор урынлаштырылған. Ике сәғәт һайын аэровокзал комплексы биналарын дезинфекциялаусы саралар менән йыуып-таҙартып торалар. Һәр рейстан һуң траптар һәм пассажир автобустары дезинфекциялана.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: