+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 11:37

Бурыслыға компенсация бирелмәй

1 сентябрҙән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса бурыстары булған льготалы граждандар айлыҡ аҡсалата компенсация (ЕДК) алмаясаҡ.

1 сентябрҙән торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса бурыстары булған льготалы граждандар айлыҡ аҡсалата компенсация (ЕДК) алмаясаҡ.
Быйыл 1 июлдән федераль закон талаптарына ярашлы, торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә сығымдар өсөн айлыҡ аҡсалата компенсацияны иҫәпләү тәртибе үҙгәрҙе – компенсация ғәмәлдәге сығымға ҡарап түләнә. Был социаль түләүҙе алырға хоҡуғы булған граждандар – Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, инвалидтар һәм инвалид балалары булған ғаиләләр, радиацияға алған граждандар, хеҙмәт ветерандары, тыл хеҙмәткәрҙәре, ишле ғаиләләр. Ошоға ҡәҙәр уларға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы тарафынан һәр муниципаль берәмек өсөн теүәл билдәләнгән сумма түләнеп килде.
Сентябрь айында июлгә компенсация алыу өсөн торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә түләүҙәрҙе 10 авгусҡа тиклем индереп ҡуйырға кәрәк. Бурыстар булһа, компенсация түләнмәйәсәк. ЕДК түләү ҡағыҙҙары нигеҙендә иҫәпләнә. Уның күләмен иҫәпләгәндә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн яҙылған сумма һәм ташламаға эйә кешенең уны айҙың 10-на тиклем түләүе күҙҙә тотола (тимәк, июль өсөн түләүҙе 10 авгусҡа ҡәҙәр индереү мотлаҡ).
Яңы талаптарға ярашлы, ЕДК августа билдәләнә һәм сентябрь айында түләнә.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: