+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 14:56

Бизнес-баттл йәштәрҙе көтә

“Бизнес-баттл” республика медиапроектына ғаризалар ҡабул итеү башланды.#нацпроекты #миллипроект #национальныепроектыБашкортостан #миллипроектБашҡортостанДауамын сайтта уҡығыҙ

“Бизнес-баттл” республика медиапроектына ғаризалар ҡабул итеү башланды.
#нацпроекты #миллипроект #национальныепроектыБашкортостан #миллипроектБашҡортостан
Дауамын сайтта уҡығыҙ
Бизнес-баттлда проекттарҙы булдырыу, әҙерләү һәм үҫтереү буйынса эксперттар ғәмәли ярҙам күрһәтә, республиканың билдәле эшҡыуарҙары остазлыҡ итә, бизнесмендар үҙ тәжрибәһе менән уртаҡлаша.
Ситтән тороп үткән этап августың 1-нән алып 20-нә тиклем дауам итәсәк. Унда егерме ҡатнашыусы баттл форматында үҙ-ара ярышасаҡ.
Проектта ҡатнашыусыларҙың 18 йәше тулған, Башҡортостан Республикаһында теркәлгән һәм йәшәгән булырға тейеш. Ғаризаны 20 авгусҡа тиклем app.delo102.ru/c/bizbatt сайтында тапшырырға кәрәк.
Конкурста ҡатнашыусылар сентябрҙән декабргәсә дүрт этапты үтәсәк. Финалға үткәндәр остаздарға, ойоштороу комитеты ағзаларына әҙер бизнес-проект тәҡдим итә. Еңеүсене суперприз, шулай уҡ бағыусыларҙан һәм партнерҙарҙан бүләктәр көтә.
Сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ” милли проекты сиктәрендә үтә.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: