Бөрө ҡалаһында йыл аҙағына тиклем өлкәндәр һәм балалар өсөн яңы поликликника сафҡа инәсәк.
Төҙөлөш объекты 200 кешегә иҫәпләнгән һәм ул сменаһына 400 пациентты хеҙмәтләндерә ала.
Бөрө районы халҡы һуңғы йылдарҙа үҫеш тенденцияһы кисерә. Шуға күрә урындағылар был социаль объекттың төҙөлөшөн оҙаҡ йылдар дауамында көтөп алды.
Әйтергә кәрәк, төбәктә булған медицина учреждениелары - үткән быуат башы һәм уртаһында төҙөлгән, күптән заман һынауҙарын үткән объекттар.
Әлеге көндә яңы поликлиниканың төҙөлөшө башланған да инде. Унда киләсәктә “һаҡсыл поликлиника”, “асыҡ теркәү” кеүек процесстарҙы үҙләштереү, пациенттар өсөн ҡулайлы шарттар тыуҙырыу күҙ уңында тотола.