2019 йылда Бәләбәй ҡалаһы бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи урындарҙа уңайлы ҡала мөхите булдырыу Бөтә рәсәй конкурсында еңеү яуланы.
Бәләбәй - шишмәләр төбәге булараҡ билдәле. Проект, райондың ошо үҙенсәлеген файҙаланып, шишмә буйҙарын төҙөкләндереү, унда уңайлы шарттар тыуҙырыуҙы күҙ уңында тота. Был урындарҙа амфитеатр, ҡомло пляждар һәм башҡа уңайлыҡтар барлыҡҡа килеүе ихтимал.
Уға яҡын биләмәләрҙә коворкинг үҙәк - велосипед өсөн махсус юлдар, сауҙа нөктәләре, төрлө арт-объекттар урынлаштырыу күҙ уңында тотола. Яҡтыртыу, канализация, һыу үткәреү системаһы ла буласаҡ.
Әлеге көндә был эштәр башланған, ағас террасалар, пляж һәм бәләкәй архитектура формалары барлыҡҡа килгән. Дөйөм төҙөкләндереү эштәрен тамамлау 2020 йылдың октябрь айында күҙаллана.