+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 10:55

78 кеше һәләк булған

Кисә кис Ливандың баш ҡалаһы Бейрутта көслө шартлау булды, бик күп кешенең ғүмере ҡыйылды, тип хәбәр итә донъя агентлыҡтары.

Кисә кис Ливандың баш ҡалаһы Бейрутта көслө шартлау булды, бик күп кешенең ғүмере ҡыйылды, тип хәбәр итә донъя агентлыҡтары.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, 78 кеше һәләк булған, ә зыян күреүселәр һаны 3 700-гә барып еткән. Офис биналары, торлаҡ йорттар емерелгән.
Шарталау диңгеҙ портында һаҡланған 2750 тонн аммиак селитраһына ут ҡабыу һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡан, тип белдерә илдең хәүефһеҙлек хеҙмәте етәксеһе генерал Аббас Ибраһим.
Фажиғә айҡанла Рәсәй Президенты Владимир Путин ил етәксеһе Мишель Аунға Ливан халҡының ҡайғыһын уртаҡлашыу тураһында белдерҙе, тип хәбәр итә Кремелдең матбуғат хеҙмәте.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: