-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2020, 11:20

Ташламалы ипотека юллап өлгөр!

Ташлама менән бирелгән ипотека программаһын финанслауға йүнәлтелгән аҡса лимиты 900 млрд. һумға тиклем еткерелде, тип белдерә Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин.

Ташлама менән бирелгән ипотека программаһын финанслауға йүнәлтелгән аҡса лимиты 900 млрд. һумға тиклем еткерелде, тип белдерә Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Марат Хөснуллин.
Был аҡса ипотека кредиты проценты кимәлен 6,5 проценттан арттырмаҫ өсөн тотонола. Йәғни банктарҙың юғалтылған табышын ҡаплау өсөн йүнәлтелә.
Программа, Президент Владимир Путиндың ҡушыуына ярашлы, апрелдә эшләй башланы. Тамамланыу ваҡыты - 1 ноябрь. Ошо осорҙа ипотека юллап өлгөргәндәр өсөн түбән процент ставкаһы алған сумманы түләп бөткәнсе һаҡлана. Программа сиктәрендә яңы төҙөлгән йорттарҙан хаҡы 6 миллион һумға тиклем фатир алырға мөмкин. Ә кем Мәскәүҙе йә Санкт-Петербургты хуш күрә, 12 миллионға тиклем торлаҡ алыу хоҡуғына эйә.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: