+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2020, 18:32

Сиргә ҡаршы вакцина

Һаулыҡ һаҡлау системаһын көҙгө-ҡышҡы миҙгелгә әҙерләүҙең төп маҡсаты - республика халҡына гриптан һәм йоғошло сирҙәрҙән вакцинация үткәреү. Был турала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә белдерҙе.

Билдәле булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин да кешеләргә вакцинация үткәреүҙе йөкмәтте.
Республика һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин әйтеүенсә, төбәккә вакциналар сентябрь айында килә башлай. Яҡынса халыҡтың 60 проценты был процедураларҙа ҡатнашасаҡ.
-Беҙҙең алда торған мөһим бурыстарҙың береһе - кешеләргә вакцина биреү. Быны мин хөкүмәт етәкселәренә лә тәҡдим итәм. Дауаханаларҙы пациенттарҙың артыу ихтималлығына әҙерләргә кәрәк. Был осраҡта грипп менән сирләгәндәр һәм коронавирус йоҡтороусылар айырым палаталарҙа булырға тейеш, - тине Радий Хәбиров.
Бынан тыш июлдә республикала пневмокок инфекцияһына ҡаршы вакциналар башланды. Уға хәүеф төркөмөнә ҡараған республика халҡының 50 проценты йәлеп ителәсәк.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: