1 сентябрь бөтә мәктәптәр һәм балалар баҡсалары үҙ ишектәрен аса. Был турала республика башлығы Радий Хәбиров оператив кәңәшмәлә белдерҙе.
- Был тәңгәлдә беҙ ниндәйҙер традицион булмаған һәм һөҙөмтәле алымдар уйларға тейешбеҙ. Мәктәптәрҙе асыуын асырбыҙ, ә вирустың ҡасан сигенерен бер кем дә белмәй. Кире ябырға тура килһә, барыбыҙ өсөн дә, айырыуса балалар, мәғариф хеҙмәткәрҙәре өсөн был уңайлы түгел.
Шул уҡ ваҡытта коронавирус менән хәл яҡшырмаған әле. Был хаҡта һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин билдәләне. Бөгөнгә республикала коронавирус менән сирләүҙең 6851 осрағы теркәлгән.
-Беҙ әле сикләүҙәрҙе туҡтатыу буйынса икенсе этапҡа күсмәгәнбеҙ. Кинотеатрҙар асылыуға әҙерләнә башлаһын, әммә барыһы ла эпидемиологик хәлдән торасаҡ, - тине республика башлығы.
Бынан тыш, 1 сентябрға ҡарай, туҡталыштарҙа кешеләр һанын кәметеү маҡсатында, автобустар һанын арттырыу бурысы йөкмәтелде.
Фото башинформдан алынды.