+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Август 2020, 19:44

Ҡандралар – беренсе

Бөгөн Башҡортостанда “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә тәүге модель китапхана асылған. #нацпроекты #миллипроект #национальныепроектыБашкортостан #нацпроекткультура

Бөгөн Башҡортостанда “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә тәүге модель китапхана асылған.
#нацпроекты #миллипроект #национальныепроектыБашкортостан #нацпроекткультура
Туймазы районының Ҡандра ауылы балалар китапханаһына капиталь ремонт үткәрелгән, заманса ҡорамалдар алынған. Бөгөн ул эшен яңы быуын китапханаһы булараҡ башлаған.
Китапханала ял һәм уҡыу, осрашыуҙар һәм ижад менән шөғөлләнеү, заманса технологиялар ҡулланыу өсөн уңайлы зоналар булдырылған. Күп функциялы мебель урынынан еңел шылдырыла, был төрлө саралар өсөн залды файҙаланыуға ҡулай.
Бәләкәстәр өсөн “интерактив иҙән”, “интерактив өҫтәл” системалары, ҡом менән һүрәт төшөрөргә яҡтыртылған өҫтәл ҡуйылған. Ҙурыраҡ балаларға һүрәт төшөрөү, әүәләү, бәйләү, макраме менән шөғөлләнеү өсөн ижади лаборатория булдырылған.
Күп функциялы электрон уҡыу залы юғары тиҙлекле интернет менән тәьмин ителгән. Биш компьютер ҡуйылған. Бында яңы мәғлүмәт технологияларын ҡулланыу һәм Милли электрон китапханаға инеү мөмкинлеге буласаҡ. Насар күргәндәр өсөн махсус компьютер техникаһы менән йыһазландырылған тифлоүҙәк бар.
Хәрби һәм хеҙмәт даны музейы ла яңы экспонаттар менән тулыландырылған.
Китапхана фонды туғыҙ мең яңы китапҡа артҡан, уҡыусыларҙы хеҙмәтләндереү өсөн яңы автоматлаштырылған технологиялар индерелгән.
Фото БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: