Республикабыҙҙа һуңғы тәүлектә коронавирус инфекцияһы 35 ауырыуҙа табылған. Эпидемия башланғандан алып COVID-19 диагнозы йәмғеһе 6 886 кешегә ҡуйылған.
Әлеге мәлдә стационарҙарҙа 188 сырхау коронавирусҡа ҡаршы дауа ала. Шуларҙың 36-һының хәле ауыр, тип билдәләй табиптар. Үҙ аллы тын ала алмаған 11 сирлене яһалма һулыш аппаратына тоташтырырға мәжбүр булғандар. Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 1 397. Һуңғы тәүлектә 77 кеше дауахананан сыҡҡан. Дөйөм алғанда, был мәкерле сирҙе 5 278 яҡташыбыҙ еңеүгә өлгәшкән.
Коронавирус эпидемияһы республикабыҙҙа барлығы 23 ғүмерҙе өҙҙө. Тәүлек эсендә яңы үлем осраҡтары теркәлмәгән.
Кисәле-бөгөнлө 92 ауырыуҙа пневмония асыҡланған. Аҙаҡҡы тәүлектә үпкә ялҡынһыныуынан дауаланыусы 133 кеше, һауығып, дауахананан сыҡҡан.