+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2020, 17:00

Йәш ғаиләләргә ипотека өсөн иғәнә кәметелә

Рәсәй хөкүмәте ипотека өсөн тәүгә иғәнәне 20-нән 15 процентҡаса кәметеү тураһында ҡарар ҡабул итәсәк. Был хаҡта хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин белдергән.

Рәсәй хөкүмәте ипотека өсөн тәүгә иғәнәне 20-нән 15 процентҡаса кәметеү тураһында ҡарар ҡабул итәсәк. Был хаҡта хөкүмәт рәйесе Михаил Мишустин белдергән.
Етәксе белдереүенсә, был ике программаға ҡағыла: уның береһе балалы ғаиләләр өсөн льготалы ипотека һәм Алыҫ көнсығыш ипотекаһы.
Июль аҙаҡтарында хәбәр итеүҙәренсә, Рәсәй хөкүмәте “Ҡулайлы торлаҡ менән тәьмин итеү” программаһы сиктәрендә йәш ғаиләләргә торлаҡ һатып алыу даирәһен киңәйтте.
Ошо программала ҡатнашыусы йәштәргә комфорт класына ҡараған фатирҙар алыуға түләүҙәр бирелеүе ихтимал. Шулай уҡ дәүләттән бирелгән ярҙамды ипотеканы ҡайтанан финанслауға ла йүнәлтергә мөмкин. Элек иһә йәштәр тик эконом класлы фатирҙарға ғына дәғүә итә ала ине.
Быйыл ошондай ярҙам менән 15 мең йәш ғаилә файҙалана аласаҡ.
Фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: