-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2020, 12:00
Өс йәштән ете йәшкә тиклемге балалар өсөн - 660 миллион һум
Рәсәй Хөкүмәте балаларға түләү өсөн тағы 18,4 миллиард һум бүлде. Бойороҡҡа ил хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.
Рәсәй Хөкүмәте балаларға түләү өсөн тағы 18,4 миллиард һум бүлде. Бойороҡҡа ил хөкүмәте рәйесе Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.
Башҡортостан Республикаһына өс йәштән ете йәшкә тиклемге балаһы булған ғаиләләргә айлыҡ түләүҙәр өсөн 660 миллион һум бүленде. Аҡса Рәсәйҙең Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығына йүнәлтелде.
Документҡа ярашлы, ғаиләләрҙәге 718 меңдән ашыу бала аҡса алырға тейеш. Рәсәй Федерацияһының Хеҙмәт министрлығы 2021 йылдың 1 февраленә хәтлем был аҡсаның нисек тотонолоуы хаҡында отчет бирә.
Бынан алда «Башинформ» Ғаилә, хеҙмәт һәм социаль яҡлау министрлығы башлығы Ленара Иванованың республикала йәшәүселәргә мөрәжәғәт итеүе һәм ни өсөн уларҙың ҡайһы берҙәре өс йәштән ете йәшкәсә балаларға аҡса алмауын аңлатыуы тураһында
хәбәр иткәйне
.
Министр һүҙҙәренсә, 23 июлгә бирелгән ғаризалар һаны 140 меңгә еткән, уларҙың 64 меңе ҡарала. 40 мең мөрәжәғәт буйынса түләүҙәр тәғәйенләнгән, ә 31 меңе кире ҡағылған. Икенсе сценарий сәбәптәре араһында — йән башына уртаса килемдең күберәк булыуы һәм ғаилә тураһында тулы мәғлүмәт бирмәү.
Читайте нас:
Новости партнеров
Был стипендия кемдәргә түләнә?
На уровне молекул
Азык-төлеккә талон системасы кертелергә мөмкин