+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2020, 17:25

“Өс таған”ды Толпар ауылы халҡы ҡараны

Август башында балалар өсөн сираттағы башҡорт фильмының премьераһы үтте. Мостай Кәрим әҫәре буйынса ҡуйылған “Өс таған” картинаһының режиссеры Айнур Асҡаров. Фильм киң даирә тамашасыларға сығарылмаған, ләкин уны Ғафури районының Толпар ауылы халҡы ҡараны.

“Өс таған” ошо ерлектә экранлаштырыла һәм уны төшөрөлгән ерҙә беренсе булып тамашасылар хөкөмөнә сығарыу традицияһы бар.
Киносеанс асыҡ һауала, ҙур экранда күрһәтелде. Режиссер Айнур Асҡаров билдәләүенсә, фильм былтыр балаларҙың йәйге каникулы осоронда, 45 көн эсендә төшөрөлгән. Автор параллель рәүештә тулы һәм ҡыҫҡа метражлы башҡа фильмдар өҫтөндә лә эшләгән.
- Былтыр сентябрь айында тамамланыҡ, “Өс таған” октябрҙа әҙер ине. Балалар мәктәптә бер айға һуңлабыраҡ сыҡты. Төшөрөү процесстары ауыр булды, шуға ҡарамаҫтан, картина тамамланғас та бер кемдең дә ҡайтырға теләге булманы. Кино геройҙары - балалар өсөн ул осор онотолмаҫлыҡ хәтирәләр ҡалдырҙы, тип уйлайым.
Фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: