+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Июль 2020, 12:40

Һунар миҙгеле асылыу менән янғын сығыу хәүефе арта

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 1 августан төбәктә ҡыр сусҡаларына һунар асыла, ә 15 августан – һыу ҡоштарына.

Башҡортостан Урман хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, 1 августан төбәктә ҡыр сусҡаларына һунар асыла, ә 15 августан – һыу ҡоштарына.
Граждандарҙың һунар итеү маҡсатында урман биләмәләренә әүҙем сығыуына һәм уларҙың усаҡ яғыу, ҡоро үлән үртәү һәм яныусан әйберҙәрҙе, быяла һауыттарҙы, шешәләрҙе ҡалдырыуына бәйле урманда янғын хеүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары арта.
Башҡортостан Урман хужалығы министрлығы урманға сыҡҡан һунарсыларҙы, туристарҙы һәм граждандарҙы янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә саҡыра: усаҡтарҙы һүндереп йөрөү, урманда ут сыҡҡанын күргән осраҡта, шунда уҡ 8-347-218-14-14 йәки берҙәм федераль телефон һандарына – 8-800-100-94-00 шылтыратыуҙарын һорай. Ошо ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгәндә, урманды бәләнән йолоп алып ҡаласаҡбыҙ.
Шуны ла онотмағыҙ – Башҡортостан Хөкүмәте бойороғона ярашлы, 22 июндән республика урмандарында янғынға ҡаршы махсус режим индерелгән. Уға ярашлы, йәшел ҡалҡан эргәһендәге ерҙәрҙә лә усаҡ яғыу тыйыла.
Янғынға ҡаршы махсус режим ваҡытында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙған өсөн граждандарға – 4000–5000 һум, вазифалы кешеләргә – 20000–40000 һум, ойошмаларға 300000-500000 һум штраф һалына. Урманға килтергән ҙур зыян өсөн РФ Енәйәт кодексының 26-се статьяһына ярашлы, енәйәт яуаплылығына тарттырыу ҡаралған, йәғни ҙур күләмдә штрафтар һалына, хатта иркенән мәхрүм итеү кеүек яза ла бар.
Читайте нас: