+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2020, 10:20

Социаль такси саҡыртығыҙ

Өфөлә 1-се июлдән “Deafмобиль” тигән социаль такси йөрөй башланы. Республика башлығы грантына “Бөтә Рәсәй һаңғырауҙар йәмғиәте” тормошҡа ашырға проект 1-се төркөм инвалидтары һәм мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн тәғәйенләнгән.

Проект буйынса такси эшенә шулай уҡ ишетеү һәләте сикләнгән водителдәр һәм ымдар ярҙамында тәржемә итеүсе диспетчер йәлеп ителгән. Такси хеҙмәте баш ҡала сиктәрендә юлға сыҡҡан инвалид балаларҙы һәм өлкәндәрҙе бушлай хеҙмәтләндерәсәк. Уның менән бер үк пассажирҙар айына 5 тапҡыр файҙалана ала.
Проекттың етәксеһе Ольга Шевнина әйтеүенсә, социаль такси асылғандан бөгөнгө көнгә тиклем 300 заявка хеҙмәтләндерелгән. Уларҙың иң күбеһе мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләгән ғаиләләр иҫәбенә тура килә.
Проект 2021 йылдың 31 ғинуарына тиклем ғәмәлдә ҡала. Социаль таксиҙың номеры 8(347)2845522 , 89638941431, улар алдан ҡабул ителә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: