+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2020, 11:25

Сикләүҙәр үҙ көсөндә ҡала әле

Кисә урындарҙағы башлыҡтар һәм ведомстволар етәкселәре менән үткәргән онлайн-кәңәшмәлә Президент Владимир Путин, Рәсәйҙә коронавирусҡа бәйле хәл тотороҡланды, шулай ҙа ҡайһы бер төбәктәрҙә инфекция сигенергә ашыҡмай, тип белдерҙе.

Май айы менән сағыштырғанда, ауырыу йоҡтороу осраҡтары ил буйынса ике тапҡырға кәмегән. Мәскәүҙә был күрһәткес ун тапҡырға түбәнәйгән. Шулай булһа ла, баш ҡаланың мэре Сергей Собянин белдереүенсә, Мәскәүҙә август аҙағына тиклем күп халыҡ ҡатнашлығындағы саралар үткәреү тыйыла.
Ошо көндәрҙә Ҡорбан-байрамы һәм Рәсәйҙең һауа десанты ғәскәрҙәре көнө була. Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров оло дини байрамды санитар-эпидемиологик тәртипте һаҡлап үткәрергә саҡырҙы. Ә Өфө мэры Өлфәт Мостафин Рәсәйҙең Һауа десанты ғәскәрҙәре көнө алдынан, ғәмәлдәге сикләүҙәргә һәм санитар талаптарға иғтибар итеүегеҙҙе һорайым, тип десантсыларға үтенес менән мөрәжәғәт итте.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: