+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2020, 13:33

Автобуста битлек режимы һаҡлана

“Башавтотранс” дәүләт унитар предприятиеһы битлекһеҙ пассажирҙарҙы хеҙмәтләндермәйәсәк. Әйткәндәй республика башлығының июль айындағы Указында, йәмәғәт транспортына һаҡланыу саралары булмаған пассажирҙы индермәҫкә, тигән бүлеге лә үҙ көсөндә ҡала, уны ошоғаса берәү ҙә ғәмәлдән сығармаған.

- “Башавтотранс” пассажирҙарҙы тәғәйен урынына алып барыу хеҙмәте күрһәтә. Указдың үтәлешен контролдә тотоу маҡсатында, кондуктор пассажирҙарҙан битлектең булыуын талап итә ала, әгәр ҙә талап үтәлмәй икән, юлаусы автобустан сығарыла. Пассажирҙарҙың быны аңлап ҡабул итеүен һорайбыҙ, тиелә “Башавтотранс” дәүләт унитар предпритяиеһының директоры урынбаҫары Сергей Паскиндың белдереүендә.
Предприятиела был турала инструктаж үткәрелгән, бар пассажирҙар ҙа автобус салонында битлек режимын һаҡлаясаҡ. Билдәле булыуынса, талаптарҙы үтәмәгән кешеләргә штрафтар янай. Уларҙың суммаһы шаҡтай юғары. Ошо көндәрҙә республикала тикшереү саралары үткәрелгән дә инде.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: