Заманса тимер юлы сәғәтенә 200 – 400 километр тиҙлектә йөрөгән поездар менән ике ҡаланы бәйләргә тейеш була. Әлбиттә, төҙөлөш сығымдары ла ярайһы – 1,7 триллион һумға баһалана. Проекттың ҡыйбатҡа төшөүе, пассажирҙар ағымының тейешенсә өйрәнелмәүе сәбәпле проект кисектерелде. Уның ҡарауы, 2019 йылда Президент Владимир Путин Мәскәү менән Санкт-Петербурга араһында шундай уҡ талаптарға яуап биргән юғары тиҙлекле юл проектлауҙы хупланы. Ул ил ҡаҙнаһына 1,5 триллион һумға төшәсәк.