+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2020, 10:20

Йоғошло сирҙәргә ҡаршы вакцина

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә республикала йоғошло сирҙәргә ҡаршы вакцина алыуҙы биш тапҡырға арттырыу хаҡында хәбәр итте.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә республикала йоғошло сирҙәргә ҡаршы вакцина алыуҙы биш тапҡырға арттырыу хаҡында хәбәр итте.
Радий Фәрит улы әйтеүенсә, коронавирус таралыу хәүефлеге беҙҙе борсой, әммә пневмонияға килтергән башҡа сирҙәрҙе лә оноторға ярамай. Мәҫәлән, пневмококк инфекцияһы киң таралған. Элекке йылдарҙа был сиргә ҡаршы вакцина тик балалар һәм әрме хеҙмәтенә саҡырылғандар өсөн генә тәғәйенләнгән ине. Хәүеф төркөмөнә ингән өлкәндәр ситтә ҡалды.
-Эпидемиологтар менән кәңәшләшкәндән һуң, пневмониянан һаҡланыу сараларын күп тапҡырға арттырырға ҡарар иттек, уның эҙемтәләре хәүеф төркөмөнә ингән кешеләрҙең һаулығында сағылырға тейеш түгел. Шуға күрә быйыл вакцинаны 93800 кеше аласаҡ, уларҙың 43 меңдән ашыуы - балалар. Һуңынан да вакциналарҙы шул күләмдә һаҡларға иҫәп тотабыҙ. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, пневмококка ҡарата иммунитет 5 йыл дауамында һаҡлана.
Фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: