+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2020, 23:24

Вирус киң таралған төбәктәргә сығыу хәүефле

Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостанда Рәсәйҙең көньяҡ курорттарынан ҡайтҡан туристар аэропортта, тимер юлы һәм автовокзалдарҙа вирусҡа тест үтә. Был автомобилдәрҙә сәйәхәт итеүселәргә лә ҡағыла.

Хәбәр итеүебеҙсә, Башҡортостанда Рәсәйҙең көньяҡ курорттарынан ҡайтҡан туристар аэропортта, тимер юлы һәм автовокзалдарҙа вирусҡа тест үтә. Был автомобилдәрҙә сәйәхәт итеүселәргә лә ҡағыла.
Ошо турала оператив штаб ултырышында республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе.
Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенән белдереүҙәренсә, көньяҡтан ҡайтыусылар араһында коронавирус сире асыҡлана. Шуға күрә тест урында уҡ, йәғни юлаусыларҙы ҡаршы алғанда уҡ үткәрелә. Был иһә сир булыу ихтималлығына төп маршруттарҙы билдәләргә ярҙам итәсәк, ти белгестәр.
Санкт- Петербург, Мәскәү, сит илдән ҡайтыусы пассажирҙар ҙа тикшереү үтә. Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһе урынбаҫары Ринат Баширов коронавирус киң таралған төбәктәргә сығыуҙан тыйылып торорға кәңәш итте.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: