+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2020, 10:20

Сибай юбилейға әҙерләнә

Эстетика йылында Сибайҙың мәғариф учреждениелары яҡтыртыусы архитектура менән биҙәлде. Яҡтылыҡ дизайны биналарға һәм урамдарға башҡа төҫ бирҙе.

Эстетика йылында Сибайҙың мәғариф учреждениелары яҡтыртыусы архитектура менән биҙәлде. Яҡтылыҡ дизайны биналарға һәм урамдарға башҡа төҫ бирҙе.
Ҡараңғылыҡта улар бик матур күренә. Хәҙер яҡтыртыусы дизайн ҡаланың мәктәп биналарын яҡтыртып тора. Уны һәр бер мәғариф учреждениеһы үҙе һайлап алған. Белгестәр әйтеүенсә, диодлы лампалар аҙ энергия ҡуллана һәм сығымдарҙы ла күп сарыф итмәй.
Август аҙағынаса Сибайҙың 8 мәктәбе һәм өс өҫтәмә белем биреү учреждениеһы ошондай яҡтыртыусы дизайн менән тәьмин ителәсәк.
Сибайҙың юбилейына башҡа биналарҙы, ағастарҙы, йорттарҙы ошондай архитектура элементтары менән биҙәү күҙ уңында тотола. Әйткәндәй, юбилей саралары менән берлектә ҡалала Бөтә Рәсәй инвестиция форумы-2020 һәм “Ирәндек моңдары” башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың төбәк-ара конкурсы ла ойошторола.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: