+9 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2020, 14:54

Әхмәндәр эсәр һыуға интекмәйәсәк

Баҡалы районының Әхмән ауылында дәүләт программаһы сиктәрендә һыу селтәрҙәре төҙөкләндерелә. “Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү” проектына ярашлы, төбәктә бер нисә программа тормошҡа ашырыла. Шуларҙың береһе Әхмән ауылында күптән заман һынауҙарын үткән һыу торбалары алмаштырыла.

Ғөмүмән, дә иҫкергән һыу селтәрҙәре - ул күп төбәктәр проблемаһы. Баҡалы районында ла бер нисә йыл рәттән ошо мәсьәләне хәл итергә тырышҡандар. Быйыл Әхмәнде федераль программаға индереү мөмкинлеге килеп сыҡҡан.
Проект уңышлы экспертиза үткән һәм төҙөкләндереү өсөн подрядсы ойошма билдәләнгән. Килешеү буйынса эштәр киләһе йылда тамамланасаҡ.
Баҡалы районы хакимиәте башлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ буйынса урынбаҫары Рәмил Хәйҙәров әйтеүенсә, ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү программалары урындағы кешеләрҙең тормош шарттарын яҡшыртыу, электән килгән проблемаларҙы хәл итеү өсөн бер мөмкинлек. Оъекттың хаҡы - 37 миллион һум, уның 7 миллион һумдан ашыуы үҙләштерелгән дә инде.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: