28 июлдән Өфөгә осоп килеүсе юлаусылар, айырыуса Краснодар крайынан булған пассажирҙар, аэропортта коронавирусҡа тест үтәсәк.
Тәүгеләрҙән булып был процедураны Сочиҙан самолетта осоп килеүсе 202 пассажир үтте. Боинг-737-900 һауа судноһы бортында ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте белгестәре, туристарҙы яңы талаптар менән таныштырып, тикшереү үткәрҙе. Осоп килеү терминалында коронавирусҡа анализ алыусы табиптар бригадаһы эшләне.
Йәйге осорҙарҙа Өфө аэропортынан көньяҡ төбәктәргә аҙнаһына 38 рейс ҡаралған. Унда 11 авиакомпания оса. Август аҙағына тиклем республиканан Ҡара диңгеҙ ярҙарына 65 меңдән ашыу турист барып ҡайтыр тип күҙаллана.
Фото Өфө аэропортының матбуғат хеҙмәтенән.