Һуңғы тәүлектә Башҡортостанда 35 кешелә яңы коронавирус инфекцияһы диагнозы раҫланған. Шулай итеп, пандемия башланғандан алып республикала COVID-19 йоҡтороусылар һаны 6 675-кә еткән, тип хәбәр итте Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы.
Коронавирустан вафат булыуҙың яңы осраҡтары тураһында хәбәр ителмәй. COVID-19-ҙан үлгәндәрҙең рәсми теркәлгән һаны 22 кеше тәшкил итә.
Ошо осорҙа республикала 5 025 сирле һауыҡҡан, уларҙың 77-һе — һуңғы тәүлектә.
205 пациент — стационарҙа, 1423 кеше амбулатор шарттарҙа дауалана.
"Башинформ" мәғлүмәт агентлығы.