+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 16:16

Уникаль гаджеттар Кушнаренко районына тапшырылды

Башҡортостан Башлығы грантын тормошҡа ашырыу маҡсатында “Баштой” компанияһы вәкилдәре Кушнаренко районының балалар баҡсаларына планшеттар һәм смартфондар тапшырҙы. Балалар учреждениеларына татар телендә 12 планшет һәм 5 смартфон бушлай бирелде.

Башҡорт һәм татар телдәрендә һөйләшкән уникаль гаджеттар республикала күптән түгел барлыҡҡа килде. Ул Башҡортостан башлығы грантына яуаплылығы сикләнгән “Баштой” йәмғиәте һәм “Маҡсат” йәштәр ойошмаһының берлектәге проекты, туған телдәрҙе үҫтереү, һаҡлауға йүнәлтелгән һәм уны өйрәнеү популяр булырға тейеш, тигән маҡсат ҡуйған.
Планшеттарҙа һәм смартфондарҙағы уйындар ярҙамында башҡорт һәм татар телдәрендә төҫтәр исемдәрен өйрәнергә, хәрефтәрҙе һәм һандарҙы танырға була. Ике юллыҡ 80- ләп шиғыр һәм 40-лаған балалар йырҙары индерелгән.
Бөтә уйынсыҡтар ҙа Санкт-Петербург ҡалаһында уңышлы һынау үткән һәм хәүефһеҙлек сертификаты алған.
Фото компанияның “Бәйләнештә” селтәренән алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: