+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 11:10

Тыуған төйәккә ҡайтарыу һәм ерләү сығымдарын ансамбль үҙ өҫтөнә алды

Санкт-Петербургта фажиғәле һәләк булған Ф.Ғасҡаров исемендәге бейеү ансамбле солисы Кирилл Антроповтың кәүҙәһен тыуған тупрағына алып ҡайтып ерләү сығымдарын ижади коллектив үҙ өҫтөнә алды.

Санкт-Петербургта фажиғәле һәләк булған Ф.Ғасҡаров исемендәге бейеү ансамбле солисы Кирилл Антроповтың кәүҙәһен тыуған тупрағына алып ҡайтып ерләү сығымдарын ижади коллектив үҙ өҫтөнә алды.
Был турала киң мәғлүмәт сараларына ансамблдең мәғлүмәт бүлеге начальнигы Элиза Сынбулатова хәбәр итте. “Йәмәғәтселек ярҙамы менән хәл итерҙәй проблема юҡ. Ансамбль дирекцияһы мәрхүмдең туғандары һәм тәфтишселәр менән даими бәйләнештә тора. Үлем сәбәбе әлегә тулыһынса билдәле түгел, тикшереү бара. Кириллдың әсәһе бөгөнгө көндә Санкт-Петербургта”, - тип аныҡлыҡ индерҙе ул.
Кирилл Антропов Санкт-Петербургҡа ялға барған була. Бейеклектән ҡолап төшөүе билдәле. Әйтеүебеҙсә, сәбәптәре асыҡлана.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: