-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 11:35

Пенсиялар артасаҡ әле

Хеҙмәт министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүенсә, федераль законға ярашлы, эшләмәгән хаҡлы ялдағыларҙың пенсияһы 2024 йылға тиклем ҡануниәт билдәләгән кимәлдә индексациялана. Ә артабан инде түләүҙәр күләме Рәсәй Пенсия фондының килеме артыу-артмауға бәйле буласаҡ икән.

21 июлдә Президент Владимир Путин “2030 йылға тиклемге осорҙа Рәсәй Федерацияһы үҫешенең милли маҡсаттары тураһында” Указға ҡул ҡуйғайны. Ҡайһы бер киң мәғлүмәт сарлары, документ пенсиялар күләмен арттырыуҙы тыя, тигән имеш-мимеш таратыуға юл ҡуйҙы, тип хәбәр итәләр ведомствонан.
Шулай итеп, пенсиялар 2021 йылдың 1 ғинуарынан – 6,3; 2022 йылдың 1 ғинуарынан – 5,9; 2023 йылдың 1 ғинуарынан – 5,6; 2024 йылдың 1 ғинуарынан 5,5 процентҡа артасаҡ.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: