Өфө уҡыусыһы Анна Хайтина ике фәндән дә берҙәм дәүләт имтиханын 100-р балға тапшырған. Башҡортостандан берҙән-бер юғары һөҙөмтәгә ирешкән уҡыусының эше математика һәм информатика фәндәре буйынса баһаланған.
Шул уҡ ваҡытта уның олимпиада күрһәткестәре лә юғары. Ул былай ҙа үҙе теләгән уҡыу йортона дәғүә итә алыр ине. Анна өсөн Мәскәүҙең физика-техник институтының ишектәре асыҡ. Әммә ҡыҙыҡай үҙенең тормошон IT өлкә менән бәйләргә уйлай. Ул Мәскәүҙең ошо уҡ уҡыу йортонда “Ғәмәле математика һәм информатика” факультетын һайлар тигән фараздар бар.
-Берҙәм дәүләт имтихандары барышында ата-әсәйем күберәк тулҡынланды, мин иһә уның ыңғай һөҙөмтәләренә ышана инем. Шуға күрә үҙемде бик ышаныслы тоттом,- тигән алдынғы уҡыусы.
Анна Хайтина 5 кластан алып теүәл фәндәр менән мауыҡҡан, төрлө олимпиадаларҙың еңеүсеһе булған. 8 кластан һуң Өфө дәүләт авиация техник университеты эргәһендәге 153-се лицейға күскән һәм шунда белем алған.